+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Июль 2019, 16:28

Июль көндәренең береһендә ҡала майҙаны балаларҙың шат тауыштарына күмелде.

Июль көндәренең береһендә ҡала майҙаны балаларҙың шат тауыштарына күмелде.

Июль көндәренең береһендә ҡала майҙаны балаларҙың шат тауыштарына күмелде. Район Мәҙәниәт йорто алдында 4-се лицейҙың технология уҡытыусыһы Елена Воликова, мәҙәниәт идаралығы, район Мәҙәниәт йорто коллективтары тарафынан ойошторолған, йола буйынса һигеҙенсе тапҡыр төрлө йәштәге балалар өсөн сара үтте. Уларға «Йәш гвардия» йәмәғәт ойошмаһынан эҙәрмән егет һәм ҡыҙҙар ярҙам итте.
Байрамса биҙәлгән майҙанда кескәйҙәр һәм өлкәндәр, малайҙар һәм ҡыҙҙар йыйылды. Сара ойоштороусыларҙың сәләмләүе менән башланды. Артабан импровизацияланған дефилеға милли кейемдәрҙә ҡыҙҙар сыҡты, уларҙы педагогтары Е. Воликова етәкселегендәге 4-се лицейҙың йәш оҫталары теккән, ул шулай уҡ тәҡдим ителгән моделдәр дизайнының авторы ла. Уның тарафынан етештерелгән төрлө тематикалағы кейем коллекциялары абруйлы халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстарында күп тапҡырҙар беренсе һәм призлы урындар яуланы. Быйыл март айында 4-се лицейҙың Елена Дмитриевна күп йылдар етәкләгән «Рукодельница» түңәрәге «Голубь весны» тип аталған халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсының «Театр мод» номинацияһында «Цветочный край - Башкортостан» балалар кейеме коллекцияһын тәҡдим итеп беренсе дәрәжә лауреат булды. Кейемдәр күргәҙмәһен тамашасылар берҙәм алҡыштар менән сәләмләне.
Артабан майҙанда үҙешмәкәр артистар: «Башҡортостан сәскәләре» хореография ансамбле ҡыҙҙары, Айгөл Муллагилдина лирик йыр менән, бейеү флешмобында ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Һуңынан Башҡортостан һәм уның күренекле урындары тураһында викторина башланды. Алып барыусы Алевтина Персикованың һорауҙарына яуап бирергә теләүселәр шул тиклем күп булды, эҙәрмән-ярҙамсылар һуңынан тәм-томға йәки аттракциондарға билетҡа алмаштырырға мөмкин булған махсус жетондарҙы таратып өлгөрә алманы.
Күңелле һәм шау-шыу менән үткән интеллектуаль уйындан һуң спорт эстафетаһына ваҡыт етте. Күп һандағы ҡатнашырға теләүселәрҙән «Салауат», «Асылыкүл», «Аҡбуҙат», «Ҡурай» командалары төҙөлдө. Уларға иң етеҙ, йылдам, көслө исеме өсөн көрәшергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә барыһы ла йүгереп, һикереп күңел асты, һөҙөмтәлә, әлбиттә, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек еңде. Башҡаса мөмкин дә түгел, был шундай балалар байрамы, унда еңелеүселәр булмаҫҡа тейеш. Бөтә ҡатнашыусылар татлы приздар, һауа шарҙары, ыңғай тәьҫораттар алды. Сараның бағыусылары - Муллагилдиндар ғаиләһе һәм эшҡыуар Татьяна Эйснер.
Икенсе көндө байрамды ойоштороусылар социаль приюттағы балаларға ҡунаҡҡа килде, унда улар шундай уҡ онотолмаҫ, сағыу тамаша үткәрҙе.
Читайте нас: