+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Август 2019, 17:37

Егерме йыл сәхнәлә

Быйылғы йыл юбилейҙарға, иҫтәлекле даталарға һәм байрамдарға бай булды.

Быйылғы йыл юбилейҙарға, иҫтәлекле даталарға һәм байрамдарға бай булды. Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуы – дәүләкәндәр өсөн айырыуса иҫтәлекле ваҡиға. Талантлы педагог, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, I дәрәжә Дан һәм Бөйөк Ватан һуғышы ордендары кавалеры Хәмит Әхмәҙулла улы Атанғоловтың республикабыҙ барлыҡҡа килеүҙең бер быуатлыҡ юбилейы билдәләнгән көндәр менән тап килгән 100 йыллыҡ юбилейы ла иғтибарға лайыҡ.
Шулай ҙа мин бөгөн быйыл егерме йыллығын билдәләгән “Әхирәттәр” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле хаҡында ентекләберәк һөйләргә теләйем. Ошо йәһәттән иң алда беренсе көндәрҙән үк иңгә иң терәп бергә шөғөлләнгән Роза Низаметдинова, Гөлйөҙөм Вәлиева, Винария Ахунова, Рима Дмитриева, Хәниә Мөхәмәтйәрова, Рәзимә Гәрәева, Фәүзиә Мөсәүәрова, Мәҙинә Ильясоваларҙы һанап үткем килә. Оло йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, даими рәүештә репетицияларға йыйылабыҙ, үҙебеҙҙең ҡалала үткәрелгән һәр сараның уртаһында ҡайнайбыҙ, республиканың күпселек райондарын йөрөп сыҡтыҡ. Өфөлә, башҡа ҡалаларҙа үткәрелгән фестивалдәрҙә Дәүләкән намыҫын яҡлап, призлы урындар яулайбыҙ.
Үткән йылдар эсендә ансамбль яңы көстәр менән тулыланды. Наилә Тәүлийәрова, Флүзә Ноғманова, Айһылыу Латипова, Фәнзилә Мөфтәхова, Рәзифә Ғәлиева коллективтың тулы хоҡуҡлы вәкилдәре булып китте. Һәр ваҡыт беҙҙең менән юлда, сәхнәлә булған аккомпаниаторҙарыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юрий Амолькин һәм Фәнил Хәйретдиновҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Яңы программалар әҙерләүгә, һәләттәребеҙҙе үҫтереүгә етәксебеҙ Кифая Минеғолова көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, бар күңелен һалып эшләй. Шулай дөйөм ынтылыштарыбыҙ, тырышлығыбыҙ менән һәр ваҡыт тамашасы күңеленә үтеп инерлек сығыштар әҙерләйбеҙ, һөҙөмтәлә ижадыбыҙға юғары баһа алабыҙ. Был егерме йыл дауамында күп бәйгеләрҙә, фестивалдәрҙә призлы урындар яуланыҡ. Быйыл ғына Бишбүләк районында ойошторолған республика “Туй йолалары” фестивалендә хатта Гран приға лайыҡ булдыҡ. Йәштәрҙең “Арғымаҡ” этнотөркөмө менән берлектә яҙҙырылған “Биби-Рәхилә” тигән йырыбыҙҙың “Юлдаш” радиоһы аша йыш ҡына яңғырап тороуы менән ныҡ ғорурланабыҙ.
Кем әйтмешләй, талантлы кеше төрлө яҡлап талантлы була. “Әхирәттәр” ансамбле ағзалары ла йырлап ҡына ҡалмай, бейеүгә лә оҫта, күптәре гармунда, мандолинала, ҡубыҙҙа уйнай. Ҡайһы берҙәребеҙ шиғыр яҙа, райондың “Дим” әҙәби берекмәһендә шөғөлләнә. Әхирәттәрем ҡул эштәренә лә маһир: шәл, ойоҡбаш-бирсәткәләр бәйләй, ҡорама ысулы менән төрлө япмалар тегә, сәйләндән сәскәләр яһай. Һуңғы ваҡытта үҙҙәренә күҙ яуын алырлыҡ түшелдеректәр тегеп алдылар. Йәйге осорҙа баҡсала емеш-еләк, йәшелсә, сәскәләр үҫтерәбеҙ, төрлө аш-һыу әҙерләү серҙәре менән үҙ-ара уртаҡлашабыҙ, ҡунаҡҡа саҡырышабыҙ.
Хаҡлы ялда булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ижад донъяһына мөкиббән ғашиҡ кешеләрбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ йырлаған, бөгөн онотолоп барған көй-моңдарҙы тергеҙеп, халыҡҡа, йәш быуынға еткереү өҫтөндә арымай-талмай эшләйбеҙ, йөкмәткеле, күп яҡлы, мәғәнәле тормош менән йәшәргә ынтылабыҙ.
Читайте нас: