+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Август 2019, 16:54

Яугир, яҙыусы, гражданин, кеше, шәхес...

23 августа республикабыҙҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, М. Горький исемендәге РСФСР Дәүләт, С. Юлаев исемендәге Дәүләт, Ғ. Сәләм исемендәге премиялар лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир, яҡташыбыҙ Әхиәр Хәсән улы Хәкимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған байрам тантаналары булып уҙҙы.

23 августа республикабыҙҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, М. Горький исемендәге РСФСР Дәүләт, С. Юлаев исемендәге Дәүләт, Ғ. Сәләм исемендәге премиялар лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир, яҡташыбыҙ Әхиәр Хәсән улы Хәкимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған байрам тантаналары булып уҙҙы. Был көндө Дәүләкән ҡалаһында, яҙыусының һоҡланғыс Дим йылғаһы ярында урынлашҡан Йорт-музейында иртәнән үк ғәҙәти булмаған йәнлелек хөкөм һөрҙө. Мәҙәниәт усағы байрамға «Дим» әҙәби берекмәһе ағзаларын һәм мәҙәниәт идаралығы вәкилдәрен йыйҙы. Яҙыусы йәшәгән һәм ижад иткән йортта иртәнге сәй эсеү ойошторолдо. Унда Дәүләкән мәсете вәкиле Амур хәҙрәт әҙәбиәткә ҙур өлөш индергән яҡташыбыҙҙы иҫкә алып, Ҡөръән уҡыны. Был сараны йыйылыусылар бик хупланы.
Артабан байрам саралары район Мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында Әхиәр Хәсән улының тормошо һәм ижадына бағышланған «Тарих һәм батырлыҡ йылъяҙмасыһы» тигән күргәҙмә ойошторолғайны. Залда мәҙәниәт һәм үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре, интеллегенция вәкилдәре, яҙыусының ижадын үҙ итеүселәр, данлыҡлы яҡташыбыҙҙы яҡындан белеүсе кешеләр йыйылғайны. Сараға килеүселәр алдында тәбрикләү һүҙҙәре менән Дәүләкән районы мәҙәниәт идаралығы начальнигы Р.В. Әхмәтрәхимов, Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина, «Дим» әҙәби берекмәһе етәксеһе Минзәлә Хәлилова, Әхиәр Хәкимов исемендәге премия лауреаты Гөлфирә Ғәскәрова, яҙыусының бүләсәре, Яңы Йәнбәк мәктәбе директоры Э.Р. Туҡаева сығыш яһаны. Сығыш яһаусылар Әхиәр Хәкимов тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлешеп, уның ватан һаҡсыһы, һоҡланғыс кеше, һүҙ оҫтаһы, СССР халыҡтарының милли әҙәбиәтен яҡшы белеүсе һәм әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индереүсе булыуын һөйләп китте. Сараның байрамса атмосфераһын шиғырҙар, йыр-моңдар тағы ла йәмләндереп ебәрҙе. Яңғыраған көй-моңдарҙың ҡайһы берҙәрен яҙыусы үҙе иҫән сағында бик яратып тыңлаған.
Артабан республикабыҙ баш ҡалаһы Өфө байрам саралары үҙәгенә әйләнде. Бында, Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында, Әхиәр Хәсән улының «Әҙәби гәзит»тә СССР халыҡтары әҙәбиәте бүлеге мөхәррире булып эшләгән осорона бағышланған «СССР милли әҙәбиәте илсеһе һәм үҙ дәүеренең йөҙө» тигән күргәҙмә асылды.
Күргәҙмәгә яҙыусының шәхси әйберҙәренән торған Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы экспонаттары ҡуйылғайны. Улар араһында Әхиәр Хәкимовҡа килгән хаттар, открыткалар, ҡотлауҙар һәм күп һанлы грамоталар, илебеҙҙең күп милләтле әҙәбиәте вәкилдәренең автографтары ҡуйылған китаптар, сувенирҙар һәм яҙыусының шәхси әйберҙәре бар ине.
Әхиәр Хәкимовтың 90 йыллығына арналған хәтер кисәһенә башҡорт әҙәбиәте элитаһы булған яҙыусылар: Ҡәҙим Аралбаев, Гөлфиә Юнысова, Зәки Әлибаев, Ринат Камал, Тамара Искәндәриә, Гүзәл Ситдиҡова, Флүр Ғәлимов, Рәзилә Рыҫҡужина һ.б. йыйылғайны.
Яҙыусының дуҫтары һәм коллегалары уның тураһындағы иҫтәлектәр менән бүлеште, әҫәрҙәренән өҙөктәр, шиғырҙар уҡыны, мәҙәк хәлдәрҙе иҫкә алды, халыҡ яҙыусыһының кешеләргә әле оҙаҡ йылдар дауамында хеҙмәт итәсәк баһалап бөткөһөҙ әҙәби мираҫы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе...
Сара һуңында йыйылыусылар Өфөнөң мосолмандар зыяратына барҙы һәм ҡәләм оҫтаһына ҙур хөрмәт йөҙөнән ҡәберенә сәскәләр һалды.
Читайте нас: