0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Сентябрь 2019, 11:38

Моңдарыбыҙ – ауыл эшсәндәренә

Ҡағиҙә булараҡ, йәй аҙағында мәҙәни тормош тынып ҡала.

Ҡағиҙә булараҡ, йәй аҙағында мәҙәни тормош тынып ҡала. Сөнки ураҡ эштәре, мәктәпкә әҙерлек бара, хужабикәләр йәшелсә-емештәрҙән ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар әҙерләү менән мәшғүл, кешеләрҙең йәйге ялдары дауам итә. Шуға ҡарамаҫтан, был факторҙарҙың береһе лә Дәүләкән районы Мәҙәниәт идаралығының күсмә агитбригадаһы артистары өсөн ҡаршылыҡтар тыуҙырмай. Тап шул август һәм сентябрь көндәрендә уларҙың ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттары буйлап гастролдәре дауам итә.
Рассвет ауыл мәҙәниәт йорто ул көндө оло йәштәгеләрҙе һәм бала-сағаны үҙенә йыйҙы. Шулай булмай ни, Надежда Полина, Семен Кошеленко, Фәнил Хәйретдинов, «Ивален» өлгөлө фольклор ансамбле һәм алып барыусы Кифая Минеғолова кеүек район күләмендәге йондоҙҙар ауылға көн һайын килеп тормай бит. Осрашыуҙың тәүге минуттарынан уҡ залда йылы, дуҫтарса мөнәсәбәт урынлашты, сөнки артистар үҙҙәренең профессиональ оҫталыҡтарын ғына түгел, ә күңел йылыһын да йәлләмәй бүлеште.
Үҙешмәкәр артистар популяр шиғыр һәм йырҙарын ғына башҡарып ҡалманы, ә яңы композициялар менән дә ҡыуандырҙы. Концерттарҙы һирәк күргән ауыл тамашасылары артистар, музыканттарҙың һәр сығышын ихлас ҡаршы алды һәм дәррәү алҡыштарға күмде. Концерт бик оҙаҡ бармаһа ла, тамашасылар күңелендә шатлыҡ осҡондары ҡабыҙҙы һәм урындағы халыҡ өсөн кескәй генә мәҙәни байрамға әйләнде.
Мәҙәниәт идаралығы агитбригадаһы Сапай, Ҡыҙрас, Искәндәр, Суйынсы, Суйынсы-Николаевка, Хотимля, Сергиополь ауылдары тамашасыларын концерттары менән шатландырҙы. Алда уларҙың сығышын башҡа ауыл кешеләре лә ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Күсмә агитбригаданың үҙешмәкәр артистары менән осрашыуҙар ауыл тормошон йәмләй, кешеләр күңелен күтәрә һәм сағыу тәҫьораттар ҡалдыра.
Читайте нас: