-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Сентябрь 2019, 11:49

Светлана – беҙҙең ғорурлығыбыҙ

Дәүләкән ерендә күп һәләтле кешеләр тыуып үҫкән.

Дәүләкән ерендә күп һәләтле кешеләр тыуып үҫкән. Улар араһында Сургут ҡалаһы филармонияһының «Светилен» хор капеллаһы вокалисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, өс бала әсәһе, Вперед ауылында тыуып үҫкән Светлана Мырҙагәрәева-Люпп та бар.
Быйыл июль айында Мең ырыуы вәкилдәренең йыйыны үтте. Күләмле сараға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар килде. Кесе тыуған илендә үткәрелгән ошондай тарихи ваҡиғанан Светлана Айрат ҡыҙы ла ситтә ҡалманы, уның сығышы яҡташтарын илһамландырҙы, һоҡландырҙы.
Светлананың сығыштарын яраталар, концерттарын көтөп алалар. Уға артбан да ижади уңыштар, тамашасылар һөйөүен теләйбеҙ.
Читайте нас: