Район Мәҙәниәт йортонда Театр йылына арналған ғәҙәттәге «Театр төнө» үтте. Дәүләкәндәр өсөн ул сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде.
Үҙешмәкәр артистар Т. Миңнуллиндың «Алты ҡыҙға бер кейәү» тигән спектаклен тәҡдим итте. Башҡорт халыҡ театрына А.Ҡ. Латыпова етәкселек итә.
Сара республика акцияһы сиктәрендә үтте. Февраль айында Башҡортостанда үҙешмәкәр театрҙарҙың фестиваль-марафоны иғлан ителде. Шунан бирле республиканың һәр районында ижади коллективтар үҙҙәренең тамашаларын тәҡдим итә, унан һуң Театр йылының күсмә символы – штандарт тапшырыла. Дәүләкәндәр 21 октябрҙә Әлшәй районынан штандартты ҡабул итеп аласаҡ. Үҙҙәренең спектаклен беҙҙең үҙешмәкәр артистар тап ошо көндө күрһәтәсәк.
Әлегә әҙерлек эштәре бара. Үткән «Театр төнө» улар өсөн айырыуса тулҡынландырғыс булды, сөнки бер нисә ай дауам иткән репетицияларҙан һуң сәхнәгә сығыуы айырыуса яуаплылыҡ талап итә. Шуға улар үҙҙәренең сығышын мастер-класс формаһында тәҡдим итте.
Бер нисә көндән артистар район ауылдарына барырға ниәтләй. Тимәк, ауыл тамашасыһы ғәжәйеп театр донъяһына инәсәк. Әйтергә кәрәк, спектаклдә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.
Театр төнө бер генә тамаша күрһәтеү менән сикләнеп ҡалманы, әлбиттә. Сара башланыуға район Мәҙәнәиәт йорто фойеһында үҙәк китапхананың тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Ф. Хәбибуллина һәм А. Йәғәфәрова китап күргәҙмәһе тәҡдим итте, бында төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин ине.
Ә 5-се гимназия тәрбиәләнеүселәре йәш тамашасылар өсөн спектакль әҙерләгән. «БИС» театр студияһында шөғөлләнеүселәр С. Алексиевичтың әҫәре буйынса ҡуйылған «Ә мин бәләкәс инем» тигән сәхнә күренеше менән ҡыуандырҙы.Был студия мәктәптә инде бер нисә йыл эшләп килә, әммә үткән йылдан бирле йәш артистар айырыуса әүҙемләште.
Бында 6-10 класс уҡыусылары шөғөлләнә. Н.Ю. Попова етәкселегендә улар төрлө сәхнә әҫәрҙәре әҙерләп, мәктәптә үткәрелгән сараларҙа күрһәтә. Костюмдарҙы ата-әсәләре, етәкселәре менән бергәләп әҙерләйҙәр, күмәкләп репертуар һайлайҙар. Әлеге спектакль да оҙаҡ һәм көсөргәнешле эштең матур һөҙөмтәһе булды тиһәң дә ярай.