+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Октябрь 2019, 13:08

Диана – шәп бейеүсе!

Диана Резеда һәм Олег Күсәрбаевтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Йәмле Өршәк буйына һыйынып ултырған Хөсәйен ауылында үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ.

Диана Резеда һәм Олег Күсәрбаевтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Йәмле Өршәк буйына һыйынып ултырған Хөсәйен ауылында үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ. Йыр-моңға, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөүе уны лицей-интернатта уҡыған йылдарында Зәйтүнә Ғилман ҡыҙы Заманова етәкселегендәге «Дим ҡарлуғастары» ансамбленә алып килә. Ҡыҙ үҙенең тиҫтерҙәре менән унда ихлас шөғөлләнә, ансамблдәре менән «Байыҡ» республика телевизион конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан тамашасыһының һөйөүен яулайҙар.
Бөгөн Диана Күсәрбаева – студентка, Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡып йөрөгән ҡыҙ үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша, сәхнәлә рәхәтләнеп бейеүен дауам итә. Уға артабан да уңыштар, тамашасылар һөйөүе теләйбеҙ.
Читайте нас: