-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Октябрь 2019, 12:45

Салауат театры – Дәүләкәндә

Үҙенең 87-се театраль миҙгелен асҡан Салауат башҡорт дәүләт драма театры был көндәрҙә Йәрмәкәй, Дәүләкән һәм Бүздәк райондары буйлап гастролдәр менән сәйәхәт итә.

Үҙенең 87-се театраль миҙгелен асҡан Салауат башҡорт дәүләт драма театры был көндәрҙә Йәрмәкәй, Дәүләкән һәм Бүздәк райондары буйлап гастролдәр менән сәйәхәт итә.
8 октябрҙә театр коллективы Дәүләкән Мәҙәниәт йортонда Туфан Миңнуллиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Әллә яҙмыш, әллә яңылыш» исемле трагикомедия менән сығыш яһаны. Спектаклде Башҡортостандың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, режиссер Олег Закир улы Ханов сәхнәләштергән. Ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Наҙгөл Иҫәнбаева һәм йәш өмөтлө артист Риф Мусин башҡарҙы. Ике сәғәттән артыҡ барған тамашаны халыҡ тын да алмай ҡараны. Артистарҙың бөтә күңелен биреп уйнауы тамашасыларҙы әсир итте. Спектакль һуңында улар артистарҙы бик дәррәү алҡыштарға күмде. Беҙ театр коллективына күңелдәргә ысын мәғәнәһендә матур ял минуттары бүләк иткән өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Уларға ижади уңыштар, тулы залдар теләп ҡалабыҙ!
Фотолар театр архивынан алынды.
Читайте нас: