+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Октябрь 2019, 11:45

Виртуаль концерт залдары буласаҡ

2020 йылда Башҡортостандың ике муниципалитетында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә виртуаль концерт залдары барлыҡҡа киләсәк.

2020 йылда Башҡортостандың ике муниципалитетында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә виртуаль концерт залдары барлыҡҡа киләсәк. Был маҡсатҡа бүленгән аҡсаға проекторҙар, махсус ҡорамалдар һатып алынасаҡ.
Яңы зал сәнғәтте һөйөүселәр өсөн бик ҡулай булмаҡсы, һәр кемдең сағыу концерт номерҙарын ҡарау, сәнғәт әһелдәренең эшмәкәрлеге менән танышыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Йәштәр, уҡыусылар виртуаль залдарҙан айырыуса ҡәнәғәт булыр тип уйлайым. Сәнғәтте, мәҙәниәтте һөйөүселәр өсөн бигерәк тә. Әлегә бындай залдарҙы Ишембай, Сибай балалар сәнғәт мәктәптәре аласаҡ, әммә был һандың оҙаҡламай күпкә артыуы ихтимал.
Читайте нас: