-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Октябрь 2019, 13:57

Йылмайып-көлөп кенә...

Бер ир өйөнә иҫерек ҡайтып керә. Ҡатыны аш бүлмәһендә һауыт-һаба йыуа. Ире йоҙроғо менән өҫтәлгә килтереп тондора ла: - Йортта кем хужа?-ти

Бер ир өйөнә иҫерек ҡайтып керә. Ҡатыны аш бүлмәһендә һауыт-һаба йыуа. Ире йоҙроғо менән өҫтәлгә килтереп тондора ла:
- Йортта кем хужа?-ти
Ҡатыны таба менән иренең маңлайына бирә, ул аңын юғалтып, иҙәнгә йығыла. Күпмелер ваҡыт үткәс, күрше ҡатын килеп керә лә:
- Ни эшләп ирең бүлмә уртаһында иҙәндә ята ул?- тип һорай.
- Хужа бит! Ҡайҙа теләй, шунда ята,- тип яуап бирә ҡатын.
Ҡатыны өйгә ауыр сумка күтәреп ҡайта. Түргә уҙа ла:
- Ҡәҙерлем, былар бөтәһе лә һиңә,- тип өҫтәлгә һыра, киптерелгән балыҡ һәм ҡыҫалалар сығарып теҙә. – Ә ниңә футбол ҡарамайһың? Берәй тәмлекәс бешерәйемме?
Ире:
- Ныҡмы?
- Юҡ, һөйөклөм, ныҡ түгел: фара, бампер һәм капот...
Читайте нас: