+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Октябрь 2019, 12:15

Дәүләкән сәхнәһендә - Аҡмулла менән Мостай!

Республика көнөнә ҡарата әҙерләнгән концертта дәүләкәндәр күренекле шәхестәребеҙ – Аҡмулланы, танылған яҙыусылар Мостай Кәримде, Әхиәр Хәкимде, Ҡәнзәфәр бейҙе, мәғрифәтсе Сафуан Яҡшығоловты, башҡорттарҙың милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы генерал-майор Әхмәт Ишбулатовты күрә алды

Республика көнөнә ҡарата әҙерләнгән концертта дәүләкәндәр күренекле шәхестәребеҙ – Аҡмулланы, танылған яҙыусылар Мостай Кәримде, Әхиәр Хәкимде, Ҡәнзәфәр бейҙе, мәғрифәтсе Сафуан Яҡшығоловты, башҡорттарҙың милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы генерал-майор Әхмәт Ишбулатовты күрә алды. Инде күптән арабыҙҙан киткән шәхестәребеҙ нисек әйләнеп ҡайтҡан тиһегеҙме? Уларҙы үҙебеҙҙең замандаштарыбыҙ: Ҡыҙрас ауылынан Рафаэль Дәүләтбаев (Аҡмулла), Дәүләкән ҡалаһынан Илдар Мөфтәхов (М. Кәрим), Иҫке Мерәҫ ауылынан Закир Әхмәтйәнов (Ә. Хәким), Ҡаҙанғол ауылынан Ирек Хамматов (Ҡәнзәфәр бей), Соколовка ауылынан Әхмәтвәли Ғәниев (С. Яҡшығолов), Имай-Ҡарамалы ауылынан Илфаҡ Солтакаев (Ә. Ишбулатов) һынландырҙы. Уларҙың һәр ҡайһыһы халҡына үҙ теләген белдерҙе, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа өндәне.
Быйыл июль айында үткән Меңлелеәр йыйынына әҙерлек барышында Дәүләкән районының башҡорт халыҡ театры етәксеһе А.Ҡ. Латыпова күренекле шәхестәрҙе һынландырыу идеяһын тәҡдим итә. Төрлө райондарҙан килгән мең ырыуы вәкилдәре йыйынының бер биҙәгенә әүерелгән ҡыҫҡа ғына сәхнә күренешенә оло мәғәнә һалына. Халыҡ йылы ҡабул итә. Әле лә шулай булды. Үҫеп килеүсе быуын, залда ултырған тамашасылар күренекле шәхестәребеҙҙең образын һынландырған ир-уҙамандарҙың сығышын ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Читайте нас: