15 һәм 16 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында йәш профессиональ башҡарыусылар араһында халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙары конкурс-фестивале үтәсәк. Йыл һайын уҙғарылған проект башҡарыусылар һәм тамашасыларҙа ҙур популярлыҡ яуланы.
Һәр ваҡыттағыса конкурста Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең юғары һәм махсус һөнәри уҡыу йорттарының вокаль бүлеге студенттары һәм уларҙы тамамлаусылар ҡатнаша. «Иҙел фестивале лауреаты» исемен алыу өсөн улар «Башҡорт халыҡ йыры», «Татар халыҡ йыры», «Автор-башҡарыусы», «Башҡорт эстрада йыры», «Татар эстрада йыры», «Академик йыр» һәм «Балалар» номинацияларында көрәшәсәк.
Беренсе көн – конкурс көнө. Икенсе көндә жюри ағзалары һәм фестивалдең почетлы ҡунаҡтары ҡатнашлығында гала-концерт. Концерт программаһында Иҙрис Ғәзиев, Мөнир Яҡупов, Флүрә Килдейәрова, Наилә Фәтихова, Рәфис Сирусин, Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар ҡатнаша.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Рәсәйҙә милләт-ара килешеүсәнлекте нығытыу йылы тип иғлан ителгән 2011 йылдан уҙғарыла. Сара «Мәҙәниәт» Милли проект (Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында) һәм Бөтә донъя татарҙар конгресы ярҙамында ойошторола.
Танылған йырсылар Радик Юлъяҡшин, Ришат Төхвәтуллин, Зилиә Бәхтиева, Лилиана Ғәзизова, Айгиз Ханов һәм башҡалар төрлө йылдарҙа «Иҙел» конкурсы лауреаттары булды.
Диана Байтурина, проекттың координаторы (89174826517).