+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Октябрь 2019, 19:22

«Иҙел» башҡорт һәм татар йырҙары конкурсы

Конкурста башҡорт, татар телдәрендә йырҙар башҡарыусы юғары һәм урта махсус һөнәри уҡыу йорттарының вокаль бүлеге студенттары, уларҙы тамамлаусылар ҡатнаша ала.

Конкурста башҡорт, татар телдәрендә йырҙар башҡарыусы юғары һәм урта махсус һөнәри уҡыу йорттарының вокаль бүлеге студенттары, уларҙы тамамлаусылар ҡатнаша ала. «Иҙел фестивале лауреаты» исемен алыу өсөн улар «Башҡорт халыҡ йыры», «Татар халыҡ йыры», «Автор-башҡарыусы», «Башҡорт эстрада йыры», «Татар эстрада йыры», «Академик йыр» һәм «Балалар» номинацияларында көрәшәсәк.
Конкурстың өсөнсө туры 15 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә. Ошонда уҡ иртәгәһе көнгә танылған артистар һәм фестиваль еңеүселәре гала-концертта сығыш яһай.
Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 2019 йылдың 31 октябренә тиклем ҡабул ителә. Бөтә мәғлүмәттәрҙе idel-festival.ru һәм vk/com/idelfestival сайттарында табырға була.
Заявкаларҙы һәм бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы [email protected] электрон адресына ебәрергә мөмкин.
Диана Байтурина, проекттың координаторы (89174826517).
Читайте нас: