«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» төбәк проекты сиктәрендә республиканың 100 йыллығы һәм Театр йылына ҡарата «Сал Урал» риүәйәттәре асыҡ конкурс-фестивале иғлан ителгәйне.
Һайлап алыу туры видеояҙмалар ярҙамында ситтән тороп үткәрелде.
Конкурстың икенсе этабын 19 ноябрҙә Гала-концерт булараҡ ойоштороу ҡаралған. Унда шулай уҡ иң яҡшы эштәрҙән күргәҙмә эшләйәсәк.
Бындай конкурс-фестивалдәр төбәктә ижад менән шөғөлләнеүсе кешеләрҙе асыҡларға, уларҙың һәләтен арттырырға булышлыҡ итә.