21 октябрҙә район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында һәүәҫкәр театрҙарҙың республика фестиваль-марафоны штандартын Миәкә районына тантанаһы үтте
Тамаша залын тултырып килгән тамашасылар күрше район артистарын алҡыштар менән ҡаршыланы. Театр йылының күсмә символы – эмблема төшөрөлгән штандартты тапшырыу өсөн сәхнәгә Дәүләкән районы муниципаль районының мәҙәниәт идаралығы начальнигы Рәфис Вәкил улы Әхмәтрәхимовты һәм Миәкә районының мәҙәниәт идаралығы начальнигы Хәлил Хәбиръял улы Мәхийәновты саҡырҙы.
Үҙ сығыштарында улар Театр йылының мөһим ваҡиғаһы – фестиваль-марфон, халыҡ ижады, ҡуйылған спектаклдәр тураһында һөйләне.
Ҡунаҡтар дәүләкәндәрҙе сираттағы спектаклдәре менән ҡыуандырҙы.