-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Октябрь 2019, 16:59

Эстафета тапшырылды

Кисә беҙҙең район республиканың һәүәҫкәр театрҙары фестиваль-марафоны штандартын Миәкә районына тапшырҙы

Кисә беҙҙең район республиканың һәүәҫкәр театрҙары фестиваль-марафоны штандартын Миәкә районына тапшырҙы
Февралдә Башҡортостанда һәүәҫкәр театрҙарҙың фестиваль-марафоны иғлан ителгәйне. Шунан бирле һәр районда ижади коллективтар үҙҙәренең сәхнә әҫәрен күрһәтә, унан Театр йылының күсмә символы – эмблема төшөрөлгән штандарт тапшырыла.
18 октябрҙә марафон штандартын дәүләкәндәр алды. Уны тапшырыу тантанаһы Әлшәй районының Раевка ауылында үтте. Был көндө беҙҙең райондың һәүәҫкәр артистары Т. Миңнуллиндың «Алты ҡыҙға бер кейәү» әҫәре буйынса ҡуйылған ике шаршаулы моңһоу комедияһын тәҡдим итте. Әлшәй районының һәүәҫкәр театрҙары ла сәхнә өҙөктәре әҙерләгән.
Кисә, 21 октябрҙә, район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Театр йылы символы Миәкә районына тапшырылды.
Республика буйынса марафон дауам итә.
Читайте нас: