Соколовка ауыл мәҙәнәиәт йортонда халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың беренсе асыҡ район конкурсы үтте. Сараның маҡсаты – башҡорт, татар халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусыларҙы асыҡлау, быуындан-быуынға күсә килгән йырҙарҙы киләсәк быуынға еткереү.
Конкурсҡа район ауылдарынан утыҙҙан ашыу һәүәҫкәр башҡарыусы килде. Шул тиклем матур тауыштар, иҫ китмәле сығыштар күп булды был көндө. Залдағылар һәр йырсыны көслө алҡыштар менән оҙатты. Жюри ағзалары иһә һәр береһен ентекле тыңланы, тейешенсә баһаланы.
Бындай конкурстар киләсәктә лә дауам итер, матур йолаға әүерелер тип ышанабыҙ.