+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Ноябрь 2019, 15:00

Ҡаҙанғолдар яҙыусыны данланы

Быйыл районыбыҙҙа халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар күп уҙғарылды.

Быйыл районыбыҙҙа халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар күп уҙғарылды. Бына Ҡаҙанғол ауылында ла ошо датаға арнап «Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо» тигән кисә ойошторолдо.
Уны китапхана мөдире Земфира Әлиева әҙерләне. 9 йәштән 72 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар М. Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләне. Эвелина Солтанғәлина «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», Эльвина Миңләхмәтова «Билдәһеҙ һалдат», ветеран - уҡытыусы Асия Сафина «Ҡоштар осорам», Рәсимә Миңләхмәтова «Россиянмын», Әлфиә Хаматова «Уңдым» тигән шиғырҙарын күңелдәргә үтеп инерлек итеп һөйләп ишеттерҙе. Шулай уҡ магнитофон таҫмаһына яҙҙырылған шиғырҙарын шағирҙың үҙе уҡыуында тын да алмай тыңланылар. Индира Әлиева һәм Ирек Хаматов бөйөк яҙыусының шиғырҙарына яҙылған йырҙарын йырланы.
Тамашасыларға М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәренән өҙөк күрһәтелде. Әсҡәт ролен Илнар Хәмәҙиев, Кендекте Рамазан Әбделғәлимов, Оло инәйҙе Әлфиә Хаматова оҫта башҡарҙы. Шулай уҡ «Ҡыҙ урлау» комедияһынан өҙөк сәхнәләштерелде. Туҡтабикә менән Дәүләтбай ролдәрен Земфира Әлиева һәм Ирек Хаматов еренә еткереп уйнаны. Кисәне Илүзә Ғәлиуллина менән Элина Миңләхмәтова алып барҙы. Алия Хәмәҙиева шағирҙың «Уңдым» шиғырына яуап хатын уҡыны. Залда Мостай Кәримдең ижадына арналған матур күргәҙмә ойошторолғайны.
Ошо күркәм кисәне ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы И.Р. Минеғәлин рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Читайте нас: