+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Ноябрь 2019, 13:09

Эшләйбеҙ ҙә, ял да итә беләбеҙ

Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған Сапай, Буранғол, Ҡыҙрас ауыл мәҙәниәт йорттарында төрлө саралар йыш үткәрелеп килә.

Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған Сапай, Буранғол, Ҡыҙрас ауыл мәҙәниәт йорттарында төрлө саралар йыш үткәрелеп килә. Улар араһынан иң күләмлеһе Сапай ауылында ойошторолған бәрәңге байрамы булды.
Һис ҡасан туйҙырмай торған, һәр беребеҙгә бәләкәйҙән үк яҡын булған бәрәңгегә ысын мәғәнәһендә мәслихәт уҡылды был көндө. Ауыр һуғыш йылдарында ла ул күптәрҙе аслыҡтан ҡотҡарған, сөнки унан төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Валера Мусина ҡыҫтыбый бешереү серҙәрен асһа, башҡалар төрлө конкурстарҙа үҙен һынап ҡараны.
Ауылдаштар байрамға буш ҡул килмәгән, һәр береһе күстәнәс килтергән. Фельдшер Шафиҡова Фатима Әнүәр ҡыҙы талҡан, буҙа алып килгән. Байрамда ҡатнашыусылар уларҙы ихлас тәмләне, нисек яһалыуы менән ҡыҙыҡһынды.
- Күп кеше ҡатнашлығында бындай сараларҙы яңғыҙың ғына үткәреү мөмкин түгел, әлбиттә. Мин коллегаларыма, Айһылыу Әминова етәкселегендәге «Гәүһәр» фольклор ансамбленә, ауылдаштарыма, тормош иптәшем Рөстәм Әкрәм улына сикһеҙ рәхмәтлемен, - ти Сапай ауыл клубы мөдире Флүзә Миңләхмәтова. – Барлыҡ сараларҙы халыҡ күтәреп ала, әүҙемлек күрһәтә, йолаларыбыҙ онотолмаһын өсөн тырыша. Шуға ошондай саралар үткәргәндә йәштәрҙе лә йәлеп итәбеҙ. Уларҙың ихласлыҡ күрһәтеүе ҡыуандыра. Беҙ үҙ эшебеҙҙә ағинәйҙәрҙең, өлкән быуын вәкилдәренең ярҙамына таянабыҙ, башҡаса мөмкин дә түгел.
Көҙгө муллыҡ мәлендә үткәрелгән бәрәңге байрамы ауыл тормошонда сағыу ваҡиға булып тарихта ҡалды. Алда әле яңы эҙләнеүҙәр, яңы асыштар һәм ижади эштәр көтә.
Читайте нас: