+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Ноябрь 2019, 13:38

Яңғыра, башҡорт йыры!

Дәүләкән «Әхирәттәр» башҡорт фольклор ансамбленең ғорурланыр урыны бар.

Дәүләкән «Әхирәттәр» башҡорт фольклор ансамбленең ғорурланыр урыны бар. Унда ҡатнашыусылар бик күп конкурстар, фестивалдәр лауреаттары һәм дипломанттары булды.
Октябрь аҙағында Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланған «Сәләм» телетапшырыуында ҡатнашҡан ансамблде район, республика халҡы ғына түгел, ә тотош Рәсәй ҡарай алды. Тапшырыуҙы алып барыусылар тамашасыларҙы Дәүләкән районы муниципаль район Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Р.В. Әхмәтрәхимов, сәсәниә З.Р. Снигирева, «Әхирәттәр» ансамбле ағзалары һәм уның етәксеһе К.Х. Минеғолова, биҙәүестәр эшләү оҫтаһы Г.З. Килмөхәмәтова, уҡ-һаҙаҡтар һәм ҡурай оҫтаһы Р.В. Рогив менән таныштырғандан һуң, уларға биргән һорауҙарына тулы, йөкмәткеле яуаптар ишетте.
Был көндө күп дәүләкәндәр, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡабыҙып, иртәнән кискә тиклем етерлек шәп кәйеф һәм бөтмәҫ дәрт алды.
Читайте нас: