Ҡаҙырғол ауылынан Юлай Ильяс улы Фәтхелисламов тап шулай ти. Бөгөн ауылдарҙа гармун моңо һирәк яңғырай, йәштәр араһында был музыка ҡоралында уйнарға өйрәнергә теләүселәр күп түгел. 60-70-се йылдарҙа һәр ауыл-ҡасабала тиҫтәләгән гармунсы булған, мәжлестәрҙә гармунсы иң ҡәҙерле ҡунаҡ сифатында ҡабул ителгән. Юлай Ильяс улы ла бәләкәйҙән гармун моңона ғашиҡ. Бөгөн дә ул уның күңел йыуанысы, тоғро дуҫы. Кистәрен ейәнсәрем менән өйҙә икәүләшеп концерт ҡуябыҙ, рәхәтләнеп йырлайбыҙ, - ти ул. Әйткәндәй, олатаһына оҡшап, Арина ла йырларға ярата.