«... Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам...» (йырҙан)
Танылған баянсы Хәлит Фәтиховтың юбилей концертын ҡарағандан һуң...
Бәләкәй сағымдан уҡ гармун моңона мөкиббән киткән кешемен инде. Кемдеңдер уйнауын ишетеүем була, бар донъямды онотам: йөрәк елкенеп китә, уйҙарым йүгәненән ысҡынып,бик алыҫта - зәңгәр офоҡтар артында ҡалған йәшлеккә алып ҡайта, дуҫтар менән урам буйлап гармунға ҡушылып йырлап йөрөгән саҡтар иҫкә төшә...
Ул ваҡыттарҙа йырҙарҙы бөтәһе лә тип әйтерлек гармунға ҡушылып йырлай торғайны. Яҡшы гармунсы теләһә ниндәй көйҙө, һин йырлай башлау менән элеп ала һәм матур итеп уйнап та ебәрә ине. Киске уйындар, аулаҡ өйҙәр, туй мәжлестәре, байрамдар – береһе лә гармунһыҙ үтмәне.
Бөгөн инде йәштәр уйындарында, туйҙарҙа гармун моңдары ишетелмәй. Хатта күп коллективтар ҙа тере тауыштан фонограммаларға күсеп бөтөп бара. Музыкаль йолалар баян, гармун һәм тальяндарҙың көмөш сыңдары менән бергә тарих төпкөлөнә төшә бара. Шулай булһа ла, «йөрәктән сыҡҡан моңдар» әле юғалмаҫ тип ышанғы килә. Йәнһеҙ компьютер оҫта ҡулдары эшләгән инструменттарҙы алмаштыра аламы ни?!
Бәхеткә күрә, башҡорт-татар эстрадаһында ғорурланырлыҡ баянсыларыбыҙ етерлек. «Ҡулда тальян гармун, күңел тулы йыр-моң»,- тип тальянда, гармунда, баянда уйнаусы игеҙәк егеттәребеҙ Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар, күп артистарҙың сығышына йәмдәр өҫтәүсе, күңелдәрҙе елкендереүсе Дәүләкән кейәүе Руслан Мөхәмәҙиев, Илфат Шәйехов, яҡташыбыҙ Альфред Яҡшембәтовтар... Ә легендар баянсы Редик Фәсхетдиновты оноторлоҡмо һуң?! Шулай уҡ Бүздәк егете, «Баян-лайн» компанияһы етәксеһе Филүс Гәрәевты айырым билдәләп китке килә, сөнки ул үҙе гармунда өҙҙөрөп уйнап ҡына ҡалмай, ә иҫкергән, ватылған инструменттарға яңынан йән өрөү менән дә шөғөлләнә.
Иң дәртле, оҫта баянсылар иҫәбенә һис шикһеҙ Хәлит Фәтиховты индерер инем. Уның йылмайып сәхнәгә килеп сығыуы ғына ла кешеләрҙең бар ҡайғыларын оноттороп, кәйефтәрен күтәрә. Ә уйнауы!... Улдары Илшат һәм Айнур ҙа аталары юлынан киткән, ҡатыны Лилиә – эстрадабыҙҙа нәфис һүҙ оҫтаһы. Бындай ижади ғаиләләр йәшәгәндә баян һәм гармун моңдары кешеләрҙе эле бик күп йылдар ҡыуандырыр һәм гармундарҙың ғүмере оҙон булыр. Киләсәктә был инструментты яңы үрҙәргә күтәреүсе музыканттар эстрадаға килер әле тип өмөтләнәбеҙ!