+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Ноябрь 2019, 17:30

Байрам менән, әсәйҙәр!

Район ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән ҡотланылар

Район ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән ҡотланылар
Байрам алдынан район Мәҙәниәт йортонда Әсә көнөнә арналған сара үтте. Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Айҙар Шәйҙуллин ҡотланы. Ул башҡаларға өлгө булып торған ғаиләләргә «Ғаилә даны» тигән иҫтәлекле билдә тапшырҙы. Артабан концерт программаһы башланды. Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, райондың үҙешмәкәр артистары, хореография коллективтары тормошобоҙҙағы иң мөһим кеше – әсәйҙәргә сағыу сығыштар бүләк итте.
Шул уҡ көндө район Мәҙәниәт йортонда 5-се гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы Александар Казанцев һәм 5-се гимназия уҡыусыһы, әле Санкт-Петербург ҡалаһы студенткаһы Арина Прокудинаның «Районыбыҙ ғорурлығы» тип исемләнгән китабының исем туйы үтте.
Йыйынтыҡта беҙҙең районда төрлө йылдарҙа «Герой-әсә», «Әсәлек даны» ордендары, шулай уҡ әсәлек миҙалдары менән наградланған күп балаллы әсәләрҙең исемлеге бирелгән. Баҫма өҫтөндә эш өс йыл дауам итә. Был ваҡыт эсендә авторҙар архив документтары, гәзиттәге мәҡәләләр менән эш иткән, кәрәкле мәғлүмәт туплаған.
Көсөргәнешле эштең һөҙөмтәһе булып 1945-2015 йылдарҙа бүләкләнгән 3000-гә яҡын исемде үҙенә туплаған китап тора.
Баҫманың 80 данаһы китапханаларға тапшырылған, китап уҡырға яратыусылар улар менән яҡындан таныша ала.
Читайте нас: