+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Ноябрь 2019, 13:30

Хит-парадтан кубок менән

Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, «Юлдаш хит» фестиваленең йомғаҡлау концерты үтте. Йыл буйы радио тулҡындарында яңғыраған йырҙар араһынан тамашасылар һөйөүен яулағандарын һайлап алып, ҙур сәхнәгә сығарылды.

Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, «Юлдаш хит» фестиваленең йомғаҡлау концерты үтте. Йыл буйы радио тулҡындарында яңғыраған йырҙар араһынан тамашасылар һөйөүен яулағандарын һайлап алып, ҙур сәхнәгә сығарылды. Еңеүселәрҙе залда ултырыусылар дәррәү алҡыштарға күмде. Айырыуса Фидан Ғафаров, Айҙар Ғәлимов, Гөлсөм Бикбулатова, Радмир Туйсин, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөн тамашасылар ихлас күңелдән тәбрикләне.
Был концертта шундай мәртәбәле артистар менән йәнәшә беҙҙең ҡаланан «Әхирәттәр» башҡорт фольклор ансамбле лә ҡатнашты. Уларҙың «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө менән башҡарған һәм күп тамашасының һөйөүен яулаған «Бибирәхилә» йыры «Юлдаш хит» фестиваленең кубогына лайыҡ булды. Был - ансамблгә яңынан-яңы үрҙәргә ынтылыу өсөн ҙур этәргес. Киләсәктә һәүәҫкәр артистарыбыҙҙы Рәсәй сәхнәләрендә лә күрергә яҙһын! Уларға уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: