-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Ноябрь 2019, 13:30

Әсә – донъялағы иң изге, иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше.

Нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамай, һаман әсәйҙәр янына ашҡынабыҙ. Уларҙың йылы ҡосаҡтарында иркәләнеп, наҙға төрөнәбеҙ. Аҡыллы кәңәштәре беҙҙең йөрәктәргә йылылыҡ өҫтәй.

Әсә – донъялағы иң изге, иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше. Нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамай, һаман әсәйҙәр янына ашҡынабыҙ. Уларҙың йылы ҡосаҡтарында иркәләнеп, наҙға төрөнәбеҙ. Аҡыллы кәңәштәре беҙҙең йөрәктәргә йылылыҡ өҫтәй.
Ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарында Әсә көнө уңайынан байрамдар уҙғарылды. Бындай сара Ҡоръятмаҫта ла булды. Был көндө ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре төрлө уйындарға, йыр-бейеүҙәргә бай, йөкмәткеле байрам программаһы ойошторҙо. Сараға йыйылған әсәйҙәрҙе ауыл мәҙәниәт йорто директоры Динә Ғәләүетдинова сәләмләне һәм байрамдың программаһы менән таныштырып, бөтәһен дә уйындарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Өлкән йәштәге әсәйҙәр ҙә йәштәр менән бер рәттән эстафетала ҡатнашты, йәштәренә ҡарамай, әле бәпестәр ҡарауҙа маһирлыҡтарын юғалтмауҙарын иҫбат итеп, ҡурсаҡтарҙы йүргәктәргә төрҙө, башҡа бик күп уйындарҙа ла һынатманы.
Байрам дауамында унда ҡатнашыусыларға матур концерт программаһы тәҡдим ителде. Был көндө үҙешмәкәр артистар Фирҙәүес Мостафин, Рәзилә Кәбирова, Хариса Ҡадырова иң бөйөк кешеләргә – әсәйҙәргә дан йырланы, Зөбәржәт Шәймөхәмәтова, Динә Ғәләүетдинова, Гөлшат Шәйхетдинова дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Улар башҡарған йыр-бейеүҙәрҙе әсәләр дәррәү алҡыштарға күмде.
Кисәнең һуңында сәй табыны ҡоролдо. Өҫтәл артында әсәйҙәр бер аҙға ғына булһа ла донъя мәшәҡәттәрен онотоп, үҙҙәренең ҡайғы-шатлыҡтары менән бүлешеп, ихлас күңелдән һөйләшеп ултырҙы. Кисәнең һуңында бөтәһе лә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә матур байрам ойошторғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм күтәренке күңел менән таралышты.
Читайте нас: