Һүҙ күктәге йондоҙҙар хаҡында бармай, ә сәхнә йондоҙҙары тураһында
Ҡыштың тәүге көндәрендә эстрада йондоҙҙары - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Әхмәтова, популяр йырсы Илшат Яппаров һәм танылған юмор оҫтаһы Альберт Уразмәтов район ауылдары буйлап гастролгә сыҡты. Уларҙың тәүге концерты Сапай ауылында, икенсеһе Ҡаҙанғол ауылында үтте. Ауыл мәҙәниәт йортона олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Бындай йондоҙҙар килеүенә ауыл халҡы ихлас ҡыуанды, сөнки ҡалала булған концерттарға уларҙың күбеһенең барырға мөмкинлеге юҡ.
Концерт башланыу менән Дим ҡыҙының йөрәгенән сыҡҡан йыр-моңдар донъяһына сумды. Улар Альберт Уразмәтовтың тормоштан алынған шаян номерҙарынан рәхәтләнеп көлдө, йырсылар Гүзәл Әхмәтова һәм Илшат Яппаровты тын да алмай тыңланы, уларҙың һәр сығышын дәррәү алҡыштарға күмде, дәртле йырҙарға ҡушылып бейене. Тамашасылар ысын мәғәнәһендә ял минуттары бүләк иткән йондоҙҙарға киләсәктә ижади уңыштар теләп, ихлас рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм концерттан күтәренке кәйеф менән таралышты.