+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Декабрь 2019, 18:45

Тамашасылар ҡәнәғәт ҡалды

Кисә, 10 декабрҙә, Район мәҙәниәт йортонда Татарстандың билдәле артистары Зинира һәм Ризат Рамазановтар концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Кисә, 10 декабрҙә, Район мәҙәниәт йортонда Татарстандың билдәле артистары Зинира һәм Ризат Рамазановтар концерт программаһы менән сығыш яһаны. Йәш ғаилә парының был 3-сө концерт сезоны ғына булыуға ҡарамаҫтан, бар халыҡтың кәйефен күтәрерлек, күңелдәрен елкендерерлек тамаша күрһәттеләр.
Залдағы тамашасыларҙың аҙ булыуы башта күңелдәрҙе китеп торһа ла, концерттың тәүге минуттарынан уҡ йырсылар халыҡты үҙҙәре менән сихри йыр-моң иленә алып инде һәм бөтә ҡайғыларын онотторҙо. Уйын-көлкө, йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, төрлө пародиялар дәүләкәндәргә бик оҡшаны. Артистарҙың һәр сығышын улар дәррәү алҡыштарға күмде.
Талантлы йырсыларҙың бөтмәҫ дәрте, матур тауышы һәм мөләйем йөҙҙәре кешеләр күңелен тулыһынса әсир итте.
Өс сәғәт дауамында барған концерт программаһы (башҡа ҡайһы бер артистар һымаҡ тамашасылар аҙ тип ҡыҫҡартылманы) һиҙелмәй ҙә үтеп китте.
Йырсылар йыш килеп торһа ла, бындай матур, күңелле, йырлы-моңло тамаша беҙҙең ҡалала күптән инде булғаны юҡ ине тип әйтһәк, һис тә арттырыу булмаҫ, моғайын. Шуға тамашасылар Рамазановтарҙы ихлас күңелдән алҡышланы. Уларға киләсәктә ижади уңыштар, күп йылдар хит-парадтарҙың тик юғары баҫҡыстарын биләүҙәрен теләнеләр һәм рәхмәт һүҙҙәренә матур сәскә гөлләмәләре ҡушып бүләк иттеләр.
Читайте нас: