0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Декабрь 2019, 17:45

Яҡташыбыҙ бенефисы

12 декабрҙә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында танылған актриса, Фариҙун ауылы ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Хәлилованың юбилей бенефисы шаулап-гөрләп үтте.

12 декабрҙә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында танылған актриса, Фариҙун ауылы ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Хәлилованың юбилей бенефисы шаулап-гөрләп үтте. Яҡташыбыҙҙы был күркәм ғүмер байрамы менән ҡотларға Дәүләкән районы мәҙәниәт идаралығы начальнигы Р. Әхмәтрәхимов һәм «Әхирәттәр» башҡорт фольклор ансамбле барҙы. Рәфис Вәкил улы юбилярға Дәүләкән районы хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов исеменән тәбрикләү адресын һәм рәхмәт хатын уҡып ишеттерҙе. Унан һүҙ ҡотлау өсөн «Әхирәттәр»гә бирелде. Улар яҡташыбыҙ хөрмәтенә ижад ителгән күңелле таҡмаҡтарын йырлағандан һуң, матур бүләктәрен тапшырҙы.
Был көндө Зөлфиә Хәмәҙиәр ҡыҙын ҡотларға күп райондарҙан, Башҡорт дәүләт академия драма, Салауат башҡорт театрҙарынан вәкилдәр, бергә уҡыған курсташтары, танылған йырсылар килгәйне. Улар юбилярға бик күп йылы һүҙҙәр ишеттерҙе.
Сараға танылған актрисаның ижадын ихлас яратҡан тамашасы йыйылғайны. Улар һәр-бер сығышты дәррәү алҡышланы. Сәхнәлә был көндө Зөлфиә Хәлилова уйнаған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде, матур йырҙар йырланды, дәртле бейеүҙәр бейелде. Кисәне яҡташыбыҙҙың ҡыҙы, Башҡорт академия драма театры артисы Зилиә Ситдиҡова бик матур итеп алып барҙы. Кисә һуңында бөтәһе лә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Хәлиловаға ижадында ҙур уңыштар, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер теләне.
Читайте нас: