+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Декабрь 2019, 19:00

Серле бейеү илендә...

Ҡоръятмаҫ ауылында Дәүләкән балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеге филиалы эшләй башланы.

Ҡоръятмаҫ ауылында Дәүләкән балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеге филиалы эшләй башланы. Балалар ике төркөмдә шөғөлләнә. Кескәйҙәр төркөмөнә 4-7 йәшлек 13 бала йөрөһә, өлкән төркөмдә 1-6-сы класс уҡыусыларынан 10 бала шөғөлләнә. Уҡытыусылары Айһылыу Тимербай ҡыҙы Ғәлиуллина уларҙы сихри бейеү серҙәре менән таныштыра. Бергәләп балалар халыҡ бейеүҙәре, классик бейеүҙәр өйрәнә, ритмика, гимнастика менән шөғөлләнә.
Ата-әсәләр балаларына өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген булдырған Дәүләкән балалар сәнғәт мәктәбе етәкселегенә оло рәхмәттәрен еткерә һәм оҙаҡламай кескәй йондоҙсоҡтарының сәхнәлә балҡыясағына ышана. Уларға беҙ ҙә ихлас күңелдән уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас: