Театр йылына арналған «Тормош – ул театр» исемле театр аҙналығына Ҡоръятмаҫ ауылының һәүәҫкәр артистары ла әүҙем ҡушылды. Улар Шәриф Хөсәйеновтың 1 шаршаулыҡ «Егерме йыл үткәс» тигән драмаһын сәхнәләштерҙе.
Спектаклдә һуғыштан һуңғы йылдар һүрәтләнә. Һуғыш күптән тамамланыуға ҡарамай, һәр кем үҙенең яҡынын көтә: Әсә – улын, Балалы ҡатын – ирен, Ҡыҙ – һөйгән егетен. Улар гәзиттә баҫылып сыҡҡан 20 йыл тотҡонлоҡта булған һалдаттың тыуған яҡтарына ҡайтырға тейешлеге тураһында мәҡәлә уҡый. Һалдаттың фамилияһы ғына яҙылған – Юнысов, ә исем-шәрифтәре тулыһынса түгел – Р.М. тип кенә ҡуйылған. Шуға ҡатындарҙың өсөһө лә уның ҡайтаһы көнөн белешеп поезды ҡаршыларға килә һәм фамилияһы тап килгәнлектән, яҡынын ҡаршы алырына өмөтләнә. Тик уларҙың өмөттәре бушҡа була, тыуған яҡтарына 20 йыл тотҡонлоҡта булған башҡа кеше – урындағы уҡытыусы ҡайтып төшә...
Ҡоръятмаҫ артистары сәхнәләштергән драмала ролдәрҙе Ф. Мостафин (һалдат), Регина Ғәзизова (Әсә), Дилара Ғәзизова (Бала), Гөлшат Шәйхетдинова (Ҡыҙ), Рәзилә Кәбирова (Төйөнсөк күтәргән ҡатын), Динә Ғәләүетдинова (Балалы ҡатын) еренә еткереп, бик оҫта башҡарҙылар. Айырыуса һалдат улының ҡара ҡағыҙын алған, уның ҡәберен барып күргән, тик күп йылдар үтеүенә ҡарамай, һаман да өмөтләнеп улын көткән Әсә роле тамашасылар күңелен тетрәндерҙе. Улар күҙҙәренә тулған йәште һис йәшереп торманы.
Залда ултырыусыларға һәүәҫкәр артистарҙың ысын сәхнә йондоҙҙары кеүек уйнауы бик оҡшаны. Улар артистарға ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.