Һоҡланғыс талант эйәһе, республикабыҙ театр сәнғәтен үҫтереүгә бар ғүмерен арнаған Зөлфиә Хәмәҙиәр ҡыҙы Хәлилова – башҡорт драма театрының иң сағыу актрисаларының береһе.
Зөлфиә Хәмәҙиәр ҡыҙы Хәлилова 1964 йылдың 16 сентябрендә Дәүләкән районының Фариҙун ауылында тыуған. Башланғыс белемде үҙ ауылында алһа, урта мәктәпте район үҙәгендә тамамлай. Бәләкәй саҡтан уҡ театрға ғашиҡ булған ҡыҙҙы һәр ваҡыт сәхнә үҙенә тарта, бер саранан да ситтә ҡалмай әүҙем ҡатнаша. Ата-әсәһенән дә килгәндер инде театрға һөйөү. Уларҙың «зәңгәр экран»дан күрһәтелгән һәр спектаклде ҡалдырмай ҡарауҙарын Зөлфиә апай әле булһа ләззәтләнеп һөйләй. Театрға булған ҡыҙыҡһыныуы йәш ҡыҙҙы Өфө сәнғәт институтының театр факультетына алып килә.
Үҙенең тормош иптәшен, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азамат Хәлиловты ла Зөлфиә Хәмәҙиәр ҡыҙы студент йылдарында осратып, ғаилә ҡоралар. Институтты тамамлағас, йәш белгестәр 1992 йылда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына эшкә ҡайта.
Театрҙа эшләү дәүерендә тыуҙырған образдары – ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле, халыҡсан һәм күп төрлө. 1992 йылда Булат Рафиҡовтың «Замана минең ҡулда…» спектаклендә уйнаған тәүге ролеЗөлфиә Хәлилова өсөн ижад балҡышы була. Артабан театрҙа 30 йылға яҡын эшләү дәүерендә актриса береһенән-береһе сағыу образдарға йән өрә. Улар театр сәнғәте күгендә алтын хәрефтәр менән сигелгән. Тамашасы актрисаның һәр ролен үҙ итеп, ихлас һәм яратып ҡабул итә.
Зөлфиә Хәмәҙиәр ҡыҙы профессиональ оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә әүҙем эшләй һәм үҙенең күпйыллыҡ тәжрибәһен йәш актерҙар менән дә уртаҡлаша.
Театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индереүен һәм яулаған ижад бейеклектәрен иҫәпкә алып, республикабыҙ Хөкүмәте 2005 йылда Зөлфиә Хәлиловаға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирҙе.
Материал Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры З. Хәлилованың юбилей кисәһенә әҙерләгән буклетынан алынды.
Фотолар актрисаның ғаилә архивынан алынды.