+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Декабрь 2019, 19:05

«Йырлы ауыл» конкурсы

Бөгөнгө еңел булмаған заманда донъянан йәм табып йәшәгән, күңелдәрендәге кескәй генә шатлыҡ осҡондарын да кешеләргә бүлеп биргән ауылдаштарымдың йырлап йәшәүҙәренә һоҡланам.

... Бөгөн тағы ҡулға ҡәләм алып,
Ауылдаштарымды маҡтайым...
Бөгөнгө еңел булмаған заманда донъянан йәм табып йәшәгән, күңелдәрендәге кескәй генә шатлыҡ осҡондарын да кешеләргә бүлеп биргән ауылдаштарымдың йырлап йәшәүҙәренә һоҡланам.
Быйыл Башҡортостанда «Йырлы ауыл» конкурсы иғлан ителде. Унда Алға ауыл Советының Ҡоръятмаҫ ауылы үҙешмәкәр артистары ҙур теләк менән ҡатнашты. Конкурс шарттарына ярашлы йырсылар халыҡ йырҙары һәм ретро йырҙар башҡарырға тейеш ине.
Ауылыбыҙҙың моңло тауыштары, һәр ваҡыт сәхнә түрен яулаусылар, яңғыҙ йыр башҡарыусылар Гөлнара Фәйзуллина «Һағыныу» һәм «Ун һигеҙем-егермем», Хариса Ҡадирова «Ай, былбылым» һәм «Үҙ яғыма ҡайтһам», Рәзилә Кәбирова «Оҙата барма» һәм «Аҡ сәскәләр», Фәрбиҙә Хәбибрахманова «Маһисәрүәр» һәм «Сәскәләр уяныр» йырҙарын бик матур итеп башҡарһа, ә инде ауылыбыҙҙың ғына түгел, районыбыҙҙың да,ысын мәғәнәһендә, «алтын тауышы» булған Фирҙәүес Мостафин халыҡ йыры «Элмәлек»те һәм ретро йыр «Һағындым ауылымды», Ҡоръятмаҫ ауылының ағинәйе, 80 йәштән үткән Нәжиә Әхмәтйәнова «Ҡаҙ ҡанаты» һәм «Ҡаҙ бәпкәләре» тигән йырҙары менән залда ултырған халыҡ күңелен яуланы.
Тамашасылар йырсыларҙың һәр сығышын ихлас алҡыштар менән оҙатты. Артистарға сәхнәне оҙаҡ йылдар моңло көйҙәр менән биҙәгән оҫта баянсы Хәтиф Солтанов ярҙам итте. Ошо концертта ҡатнашҡан һәр кемгә оҙон ғүмер, һаулыҡ, ғаилә бәхете, һәр ваҡыт шулай йөҙҙәренең йылмайыу, күҙҙәренең нур сәсеүен, күңелдәренән илаһи моңдар ташып тороуын теләйем!
Читайте нас: