+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Декабрь 2019, 18:05

Китапхана тормошонан

Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылында китапхана 1948 йылдан эшләп килә. Ул быға тиклем китап уҡыу йорто булараҡ ҡына билдәле.

Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылында китапхана 1948 йылдан эшләп килә. Ул быға тиклем китап уҡыу йорто булараҡ ҡына билдәле. Ошо һөнәр буйынса белем алған тәүге китапханасы ауылға 1952 йылда килә һәм оҙаҡ йылдар буйы, хаҡлы ялға киткәнсе ошонда тир түгә. Ул - Благовар районы Ҡарғалы ауылынан Һөйөндөкова Хафиза Таһир ҡыҙы. Китапхана ниндәй генә бинала эшләмәй: ауыл советында ла, клубта ла, мәктәптә лә. Хәҙер инде ул ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Китапхана фондында рус һәм башҡорт телдәрендә китаптар бар. Уның эшенең төп йүнәлеше булып экология темаһы тора, сөнки ауыл райондың ғорурлығы булған йәмле Асылыкүл буйында , тәбиғәт ҡурсаулығында урынлашҡан.
Китапхана әүҙем тормош менән йәшәй. Бөгөнгө көндә инде китапханасы Зөбәржәт Ғизаметдин ҡыҙы Шәймөхәмәтова тырышып хеҙмәт һала. Ул ауылда, районда үткәрелгән бер генә саранан да ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнаша. Ауыл халҡы өсөн төрлө әҙәби кисәләр, конкурстар ойоштора.
14 декабрь, Башҡорт теле көнөндә китапхана «Туған телгә – 100 аҙым» акцияһына ҡушылды һәм билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡыу буйынса флэшмоб үткәрҙе. Сарала ауыл ағинәйҙәре Нажиә Әхмәтйәнова, Фәниә Хәбибрахманова, пенсионерҙар Фәриҙә Ғилманова, Гөлнур Шәмсетдинова, Зөлфиә Минеғолова, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Миңзәлә Хәлилова, шулай уҡ Хариса Ҡадирова һәм башҡалар бик теләп ҡатнашты.
Читайте нас: