+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Ғинуар 2020, 18:15

Шаулап үтте байрамдар...

Шаулап-гөрләп Яңы йыл байрамдары ла үтеп китте. Ҡоръятмаҫ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре өсөн оҙайлы ял көндәренең үткәне һиҙелмәне лә тиерлек, сөнки улар байрам көндәрендә һәр көн һайын ниндәй ҙә булһа сара әҙерләү менән мәшғүл булды.

Тәү сиратта клуб хеҙмәткәрҙәре байрам алды көндәренең береһендә, 25 декабрҙә, ауыл халҡы өсөн матур концерт программаһы тәҡдим итте. Хариса Ҡадирова, Рәзилә Кәбирова, Гөлнара Фәйзуллинаның моңло йырҙары, Динә Ғәләүетдинова, Зөбәржәт Шәймөхәмәтова, Гөлшат Шәйхетдинованың матур итеп бейеүҙәре, спектаклдәрҙән өҙөктәр тамашасылар күңеленә хуш килде.
Артабан, 27 декабрҙә, ауыл мәҙәниәт йортонда кескәйҙәр өсөн Яңы йыл иртәлектәре үтте. Унда балалар шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, матур бейеүҙәр бейене, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уларҙы тәмлекәстәр менән ҡыуандырҙы.
30 декабрҙә иһә, ауылдаштар өсөн Бал-маскарад үткәрелде. Был сарала төрлө битлектәр кейгәндәр күп булды. Күңелле уйындарҙа, конкурстарҙа олоһо ла, кесеһе лә бик әүҙем ҡатнашты.
Яңы йылдың тәүге көндәрендә, 1 ғинуарҙан 8 ғинуарға тиклем, һәр кис һайын йәштәр өсөн дискотекалар, бынан тыш төрлө саралар ойошторолдо. Мәҫәлән, 1 ғинуарҙа кескәйҙәр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үткәргән оҫталыҡ дәресендә ҡағыҙҙан ҡар бөртөктәре яһарға өйрәнде, 2 ғинуарҙа балалар әсәләре менән бергәләп «Ҡар тауы батшаһы» тигән эстафетала , 3 ғинуарҙа «Ҡышҡы биҙәктәр» исемле балалар һүрәттәре конкурсында ҡатнашты. Ә өлкәндәр өсөн «Сәй эсәбеҙ бергәләп» тигән сара үтте. Унда ла шулай уҡ уйын-көлкө, йыр-бейеү, төрлө эстафеталар, конкурстар булды.
4 ғинуарҙа инде ауыл ҡатын-ҡыҙҙары «Кис ултырайыҡ бергәләп» тигән сараға йыйылды. Унда хужабикәләр ҡул эштәренә маһирлыҡтарын күрһәтте, аш-һыу оҫталыҡтары менән бүлеште.
5 ғинуарҙа балалар өсөн «Күңелле каникулдар» тигән спорт ярыштары, 6-нда Балалар өсөн Яңы йыл йырҙары конкурсы үтте. Шулай уҡ өлкән йәштәгеләргә һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу йорттарына барып Яңы йыл бүләктәре таратып сыҡты.
7 ғинуарҙа өлкән йәштәгеләргә «Ритайым» дискотекаһы үткәрелһә, 8 ғинуарҙа ауыл халҡы саңғы ярыштарында көс һынашты. Бөтә сараларҙа ла Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу күстәнәстәр, бүләктәр таратты. Кисен иһә, ғәҙәттәгесә йәштәр өсөн дискотека ойошторолдо. Бына шундай мул, тулы мәҙәни тормош менән йәшәй ауыл мәҙәниәт йорто һәм ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре. Уларға киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: