+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Ғинуар 2020, 16:30

Егәрленең ҡулы ете

Оҫта ҡуллы апайҙар менән кис ултырҙыҡ

Алға ауылы үҙенең егәрле кешеләре менән дан тота. Ҡайһы ғына йортҡа инмә, оҫталарҙың ҡул эштәре күҙҙең яуын ала, һоҡланыу уята. Ошо көндәрҙә Зөлфирә Зарипованың йортонда оҫта ҡуллы апайҙар менән кис ултырҙыҡ. Бәйләмдән тыш, ҡорамалар менән ултырғысҡа япмалар тектеләр. Ҙур оҫталыҡ талап иткән эш күмәк ҡулдар ярҙамында тиҙ башҡарылды. Өсмөйөштәрҙе тегеү өсөн Минелиә Тимербаева еңел генә ысул өйрәтте. Эш араһында Флүрә Хәсәншина, Рәхилә Арыҫланова, Фәүзиә Әхмәтйәнова, Минелиә Тимербаева, Финиә һәм Фәрзәнә Хәсәншиналарҙың моңло йырҙары уйындар менән аралашып торҙо. Матур саранан көс-дәрт алып таралышҡан ауылдаштарыма ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Ригина Ғәзизова, ауыл клубы мөдире.
Читайте нас: