+5 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
МӘҘӘНИӘТ
13 Января 2020, 14:30

Матур йола дауам итә!

Ҡаҙырғол ауыл биләмәһендә йәшәүсе бер төркөм ҡул эштәре оҫталары мерәҫтәрҙә ҡунаҡта булды.

Күмәкләп кис ултырыу, бер-береңдең эштәрен күреү, тәжрибә уртаҡлашыу, рәхәтләнеп сәй өҫтәле артында көлөшөп-һөйләшеп ултырыу – быларҙың барыһын Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда ғинуар көндәренең береһендә күрергә мөмкин ине. Ҡаҙырғол ауыл биләмәһендә ҡул эше оҫталары күп. Ә ниңә әле башҡаларға ла үҙеңде күрһәтмәҫкә? Шуға улар күршеләренең саҡырыуын ихлас ҡабул итте. Ҡунаҡ саҡырыу, ҡунаҡ һыйлау – башҡорттарҙың элек-электән килгән матур йолаһы. Ошо йоланы дауам итеү күңелдәргә хуш килде, йылылыҡ, илһам һәм дәрт өҫтәне.
Уңышлы үткән көндән һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас в