+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Ғинуар 2020, 14:15

Һаумы, Иҫке Яңы йыл!

Яңы йыл байрамдары һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ике аҙна дауамында район Мәҙәниәт йорто һәм мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡала һәм район халҡын күңелле тамашалар менән ҡыуандырып торҙо.

Кисә, 13 ғинуарҙа, ҡаланың үҙәк майҙанында «Иҫке Яңы йылды ҡаршылап» тигән театрлаштырылған тамаша үтте. Унда төрлө әкиәт геройҙары ҡатнашты. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу байрамға йыйылыусылар менән бергә йырҙар йырланы, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән йөрөнө, төрлө күңелле уйындар ойошторҙо. Унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бик әүҙем ҡатнашты. Байрам һуңында бөтәһенә лә тәмлекәстәр таратылды.
Читайте нас: