Шахматсылар араһында Хәләф ағай Әсфәндийәровҡа етеүселәр булманы, Илдус Шәрипов - икенсе, Алина Фазылова өсөнсө урын алды.
Шашка уйнаусылар араһында Рәйфә Мәхмүтова берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәне, икенсе урында - Факия Аҡбирҙина, Розалия Сәлихова өсөнсө урынға сыҡты.
Турнирға килеүселәрҙең барыһына ла символик бүләк тапшырылды. Әммә иң мөһиме – ҡышҡы оҙон кистә ауылдаштарың менән бергәләп мәҙәниәтле ял итеү, рәхәтләнеп сәй өҫтәле артында һөйләшеп ултырыу, күңелдәр бушағансы аралашыу. Шундай мөмкинлек биргәне өсөн клуб мөдире Рима Рәхимоваға бик тә рәхмәтле ауыл халҡы.