+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Ғинуар 2020, 19:15

Был мәҙәниәт йортоноң үҙ тарихы бар

Салауат районының Мөрсәлим ауылында бөгөн яңы Мәҙәниәт йорто асылды.

Уның үҙ тарихы бар – бынан бер йыл элек республика етәксеһе Радий Хәбиров ауыл халҡының мәҙәни үҙәкһеҙ интегеүен күреп, тиҙ арала был мәсьәләне хәл итергә ҡуша. 200 кеше һыйырлыҡ тамаша, айырым саралар, түңәрәктәр ойоштороу өсөн киң залдарҙан торға сынъяһау бинаның тәүге ҡунағы ла ул булды.
“Бер йыл элек Мөрсәлим ауылында эш сәфәре менән булғанда кескәй, әммә бик һәләтле ҡурсаҡ театры актерҙары үҙҙәре эшләгән шаршау артында репетициялар яһай ине, ә бөгөн уларҙың ҙур залдары, сәхнә, китапханаһы бар. Өфөгә мөһим кәңәшмәгә китеп барам, йылмайыуымды нисек йәшерергә белмәйем, хеҙмәттәштәрем дөрөҫ аңламаҫтар ул”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.
Бөгөн “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Мөрсәлим ауылында яңы Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы үтте. Салауат район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илнур Вәлиев әйтеүенсә был ваҡиғаны ауыл халҡы күптән көткән. Элекке клуб 1895 йылдан алып эшләп килеү һөҙөмтәһендә тулыһынса төҙөкләндереү талап иткән була.
Яңы асылған Мәҙәниәт йортоноң дәүмәле 700 квадрат метр. Бинала тулыһынса йыһазландырылған, бар кәрәкле эш ҡорамалдары, аппаратура урынлаштырылған. Бында йәштәр генә түгел, оло быуын вәкилдәре лә рәхәтләнеп ял итә аласаҡ.
Фото: “Бәйләнештә” сайтынан
Автор: Айгөл Йәмилева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Bil-m--ni-t-yortono---tarihi-bar-88170/
Читайте нас: