Ошо сара сиктәрендә Имай-Ҡарамалы ауыл китапханаһына йыйылыусылар концлагерҙарҙа тотҡондар кисергән ғазаптар, уларҙы нисек язалауҙары тураһында белде, үҙҙәре лә һуғыш йылдарында халҡыбыҙ кисергән ауырлыҡтар хаҡындағы әңгәмәгә ихлас ҡушылды. Фашистар тарафынан язалап үлтерелгән ҡорбандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алдылар. Сарала шулай уҡ төрлө авторҙарҙың китаптарынан өҙөктәр уҡылды, шул осорға ҡарата ижад ителгән йырҙар яңғыраны