Күренекле композитор, сәнғәт эшмәкәре Бәхти Ғайсин ижад юлын М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында концертмейстер булып башлай. Тап ошо осорҙа композиторҙың беренсе музыкаль әҫәрҙәре донъя күрә. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килгәс, буласаҡ кәләше Фәриҙә Ҡудашеваны осрата. Данлыҡлы йырсы менән иңгә-иң терәшеп, башҡорт эстрада сәнғәтен үҫтереүгә, байытыуға ҙур өлөш индерәләр.
Мәшһүр моң эйәһенең әҫәрҙәре башҡорт эстрадаһының алтын фондын тәшкил итә. Республикабыҙҙа беренсе инструменталь ансамбль төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнашып, күп йылдар уны етәкләй.
Өфөлә Бәхти Ғайсин йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, Талбазы ауылындағы музыка мәктәбе уның исемен йөрөтә, ә тыуған ере Кешәннелә музейы эшләй.