-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Ғинуар 2020, 17:25

"Вәсиләмдең йырланмаған йырҙары ҡалды..."

Йырсы Вәсилә Фәттәхованың вафатына дүрт йыл тулды.

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, «Тыуған яҡ» йырының ҡабатланмаҫ башҡарыусыһы 2016 йылдың 26 ғинуарында, 36 йәшендә, вафат булды. Журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ханис Хажимовтың Вәсилә Фәттәхова тураһында сығарған китабында йырсының ире Илгиз Ғәбдерәҡиповтың иҫтәлектәре ҙур урын алып тора.

Бына нимәләр һөйләгән ул: "Вәсилә менән танышыуыбыҙ осраҡлы булды. Айгөл Рәшитова менән 2006 йылдың сентябрендә Вәсиләнең һеңлеһе Әлфиәне ерләргә барҙыҡ. Айгөл, Белорет ҡалаһына барырға кәрәк ине, тип үтенде. Йыназала ҡатнашыу күңел өсөн ауыр ваҡиға булһа ла, иртән юлға сыҡтыҡ. Кире ҡайтҡанда беҙҙең менән Вәсилә, уның дуҫы Елена ла ҡайтты. Был ваҡиғанан һуң оҙаҡ күрешмәй торҙоҡ.
2007 йылдың яҙында Вәсиләнең яңғыҙ концерттары башланды. Уның администраторы ярҙам итеүемде һораны. Ҡайһы бер ойоштороу эштәрен башҡарырға кәрәк ине. Мин ҡулымдан килгәнде эшләнем. Ул ваҡытта мөмкинлектәрем бар ине. Рәхмәт йөҙөнән мине концертҡа саҡырҙылар. Вәсилә үҙе лә рәхмәт әйтте. Зал шығырым тулы ине, концерт ҙур уңыш менән үтте.
Вәсилә менән осраша башланыҡ, беҙҙең дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелде. 2007 йылдың декабрендә Вәсилә көлә-шаяра: «Илгиз, беҙ шулай ҡартайғансы осрашып йөрөрбөҙ микән?» - тип әйтеп ташланы. Танышыуыбыҙға ярты йыл самаһы булғандыр, мин аңланым. Мөхәббәт тигәндәре шулдыр. Никахтар күктә ярала, тиҙәр бит. Хаҡ икән.
2007 йылдың 22 декабрендә «Россиянка» ресторанында беҙҙең туйыбыҙ үтте. Өфөнөң үҙәге шаулап торҙо. Зифа апай Нагаева туйҙың тамадаһы булды. Ике яҡтан да туғандар, дуҫтар йыйылған ине. Иҫтә ҡалырлыҡ мөһим һәм күркәм байрам булды. Зифа Вәлиевна тейешле кимәлдә алып барҙы байрамды. Ул беҙҙең ғаилә дуҫы ғына түгел, көндәлек кәңәшсебеҙ, ярҙамсыбыҙ ҙа булды. Вәсилә менән туғыҙ йылға яҡын йәшәп ҡала алдыҡ. Был беҙҙең иң бәхетле йылдарыбыҙ. Ул йәшәп ҡалырға ашыҡты. Сәнғәттә әйтер һүҙе, йырланмаған йырҙары ҡалды. Ғаиләбеҙҙең иң ҡәҙерле кешеһе булды. Ике сабыйы үҫеп килә, бәлки, береһе йырсы һөнәрен һайлар. Мин улар йөҙөндә Вәсиләне күрәм. Вәсиләмдең йырҙары менән йәшәйем, уларҙы балаларыма тыңлатам".
Автор: Самат Ғәлин.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/97038
Читайте нас: