Кәштәләрҙәге баҫмаларҙа – тотош һуғыш тарихы. Бында проза әҫәрҙәре генә түгел, поэмалар, шиғырҙар ҙа бар. Уларҙың һәр юлында илебеҙ өҫтөнә ябырылған ҡанлы һуғыштың ватандаштарыбыҙға күпме михнәттәр килтереүе, етемлек, аслыҡ, ауырлыҡтар бәйән ителә. Китап уҡыусыларҙы килеп инеү менән тәү башта ошо күргәҙмә йәлеп итә. Тарихҡа битараф булмаған һәр кеше китаптарҙы ентекле ҡарай, уҡырға ала