+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Февраль 2020, 13:20

"Юлдаш йыры" конкурсының икенсе этабы үтте

«Билдәле булыу өсөн Бер ҡасан да һуң түгел!» 1 февралдә Өфөлә ошо девиз аҫтында «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы иғлан иткән һәм ике йылға бер тапҡыр үткәрелгән конкурстың икенсе этабы булды.

«Юлдаш йыры» проекты – үҙешмәкәр башҡарыусылар араһында уҙғарылған йыр бәйгеһе, икенсе һүҙ менән әйткәндә, халыҡсан конкурс. Халыҡсан, сөнки береһенең дә музыка белеме юҡ, шуға ҡарамаҫтан, улар ижадҡа ынтыла. Профессионалдарҙан бер ҙә ҡайтыш түгел.
Унда ҡатнашыу өсөн һайлап алыу турына 100-гә яҡын кеше заявка ебәргән. «Юлдаш» каналының эске худсоветы икенсе турға улар араһынан 3 ижади төркөм һәм 20 яңғыҙ башҡарыусыны һайлап алған. Икенсе турҙа инде конкурсанттарҙы профессиональ жюри баһалаясаҡ. Жюри составына Ғәзим Ильясов, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, Нәфисә Тулыбаева, Тәнзилә Үлмәҫбаева һәм Юлай Үҙәнбаев ингән. 2-се турға, йәғни финалға сығыусылар араһында - Әбйәлил районынан «Серле моң», Өфөнөң Дим районынан һәм Дәүләкәндән Кифая Хәйрислам ҡыҙы Минеғолова етәкселегендәге «Әхирәттәр» фольклор ансамблдәре, 20 яңғыҙ башҡарыусы араһында Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан Фирҙәүес Мостафин бар. Яҡташтарыбыҙҙың сығышын музыкаль яҡтан район Мәҙәниәт йорто баянсыһы Фәнил Баязит улы Хәйретдинов биҙәне.
Был конкурсанттарҙың барыһы ла 15 апрелдә Конгресс-холда үтәсәк гала-концертта сығыш яһаясаҡ. Унда I, II һәм III урынға сығыусылар һәм Гран-приға лайыҡ булыусыларҙың исемдәре иғлан ителәсәк.
«Юлдаш йыры» конкурсы ҡатнашыусыларының сығышын радио тулҡындарында ғына түгел, телевидение аша ла күрергә мөмкин буласаҡ. Республиканың төп телеканалы эфирында тапшырыу мартта эфирға сығыр тип көтөлә. Яҡташтарыбыҙ районыбыҙ данын лайыҡлы яҡлар тип өмөтләнәбеҙ һәм уларға ижади уңыштар, ҙур еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас: