РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимовтың тыуыуына 115 йыл (1905 - 1996).
Хәбир Латип улы Ғәлимов 1905 йылдың 5 февралендә Салауат районының Лағыр ауылында донъяға килә. Хәбир бәләкәйҙән халыҡ йырына ғашиҡ булып үҫә. Хәрби хеҙмәттән һуң, Өфө сәнғәт техникумының театр бүлегендә, Мәскәү дәүләт консерваторияһында ойошторолған Башҡорт студияһында белем ала.
Сәхнәлә ижад ғүмере уның теп-теүәл ике этапҡа бүленә: 17 йылға һуҙылған тәүге осор тулыһынса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына бәйле булһа, ҡалған ғүмерендә ул Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, эстрада йырсыһы, ул замандағы милли йыр сәнғәтебеҙҙә сағыу күренеш булып дан ала.
Халҡыбыҙ йырҙарын илаһи бейеклектәргә күтәргән йыр оҫтаһы Хәбир Ғәлимов тыуҙырған образдар республика опера сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итә.