Ауыл халҡын китап уҡыуға йәлеп итеү, йәш быуында әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында Хөсәйен ауыл китапханаһында әленән-әле төрлө саралар үтеп тора. Кистәрен оҫта ҡуллы апай-еңгәләр ҡулдарына бәйләмдәрен, төрлө төҫтәге ептәрен алып китапханаға йүнәлә. Белгәндәр өйрәтә, белмәгәндәр өйрәнә. Ҡышҡы кистәр файҙаға үтә.