+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Февраль 2020, 17:20

Өлгөр ҙә һуң ҡыҙҙары!

Күп ауылдарҙа хәҙер, үкенескә күрә, оло йәштәгеләр генә ҡалып бара, сөнки эш булмау, мәктәптәр ябылыу, клубтар эшләмәү сәбәпле , йәштәр яҡшы тормош эҙләп ситкә китергә мәжбүр. Тик был һүҙҙәр ауылдаштарыма һис тә тап килмәй, тип әйтә алам.

Аллаға шөкөр, мәктәбебеҙ, ә уның эргәһендә төрлө түңәрәктәр (балалар ижад мәктәбе филиалы булған хореография бүлеге лә) эшләй, теләге булғандар, ялҡаулашмағандар эшен дә, эше булғас – ашын да таба, мәҙәниәт йорто гөрләп тора, сөнки клубты шаулатырлыҡ, усаҡҡа ут өҫтәп тороусы ҡыҙҙар хеҙмәт һала бында. Улар: Ғәләүетдинова Динә, Шәйхетдинова Гөлшат, Әхмәтвәлиева Гүзәл, ауыл китапханаһы мөдире Шәймөхәмәтова Зөбәржәт. Бар ергә лә өлгөрә уңған ҡыҙҙар! Бер ҡараһаң, улар ауылдаштарын йыйып, саф һауала аҙна һайын күнегеүҙәр, икенсе ҡараһаң, йәштәр менән төрлө әңгәмәләр уҙғара, концерттарға әҙерләнә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән күмәкләп кис ултыра. Унда борондан ҡалған һөнәрҙәр: юрған һырыу, бәйләм бәйләү, сигеү, ҡорамаларҙан ҡорғандар, япмалар тегеү менән шөғөлләнә.
Шулай уҡ ауылда ғына түгел, ә районыбыҙҙа, республикала үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай улар. Ошо көндәрҙә генә өлгөрҙәребеҙ районда уҙған «Мәргән уҡсы» семинарында булды, Көрмәнкәйҙә «Ауылпиада»ла көс һынашты. Бер һүҙ менән әйткәндә, бар ергә лә өлгөрә улар: гөрләтеп донъя көтә, тормоштан йәм табып ғүмер итә. Дөйөм алғанда, тулы ҡанлы тормош менән йәшәйҙәр. Афарин, ҡыҙҙар!
Читайте нас: