-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Февраль 2020, 12:55

Ғашиҡтар көнөндә – «Мөхәббәт тураһында йыр»

Әлшәй районы Социаль-мәҙәни үҙәк ҡарамағында «Тамаша» башҡорт халыҡ театры эшләп килә. Ул 1970 йылда Никифар ауыл мәҙәниәт йортонда драма коллективы булараҡ ойошторолған.

Бөгөнгө көндә театрҙа бөтәһе 33 кеше шөғөлләнә. Унда төрлө һөнәр кешеләре: педагогтар, ауыл хужалығы һәм сауҙа өлкәләре, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҙур теләк менән йөрөй.
2020 йылдың 14 февралендә Әлшәй районының«Тамаша» башҡорт халыҡ театры спектакль премьераһы менән Дәүләкән тамашасылары алдында сығыш яһаны. Дәүләкәндәр танылған башҡорт шағиры һәм драматургы Әнғәм Атнабаевтың һуғыш һәм һөйөү темаһына арналған «Мөхәббәт тураһында йыр» тигән пьесаһын ҡараны...
Төп геройҙарҙың береһе Дилбәрҙең ире Мәғҙән яу яландарынан ҡайтмай. Минала шартлау һөҙөмтәһендә ул ике аяғын да юғалта. Шуға, ҡатынына ауыр йөк булмаҫ өсөн, өйөнә ҡайтмаҫҡа ҡарар итә. Мәғҙәндең һуңғы аманатын үтәр өсөн, һуғыш бөткәндән һуң ике йыл үткәс, фронтташ дуҫы уларҙың ауылына килә. Әммә Дилбәр был һүҙҙәргә ышанмай һәм ире ҡайтыуын биш, ун, хатта ғүмеренең аҙағынаса көтөргә була... Мәғҙәнде күрше ҡалала табалар, әммә ул тағы ла ҡасып өлгөрә, сөнки яратҡан ҡатыны Дилбәр уны ҡабул итмәҫ тип уйлай һәм тик ҡыҙғаныуҙан ғына кире алып ҡайтыуын теләмәй. Спектаклдең ҡыҫҡаса сюжеты шундай.
Спектаклде режиссер Земфира Фәнил ҡыҙы сәхнәләштергән.
Актерҙар Инзел Шәүәлиев (Мәғҙән), Тәнзилә Зарипова (Дилбәр), Эдуард Фәсхетдинов (Тәлғәт), Илһам Фазылов (Илһам), Айгөл Нуриәхмәтова (Гөлнар) геройҙарының характерын дөрөҫ итеп асып биреү өсөн бар көстәрен һалды.
Спектакль Дәүләкән тамашасыларының береһен дә битараф ҡалдырманы. Улар постановканы бирелеп ҡараны һәм артистарға яҡшы эштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Читайте нас: