0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Февраль 2020, 18:05

«Йәгеҙ әле, егеттәр!»

19 февралдә район Мәҙәниәт йортоноң Ҡоръятмаҫ ауылы филиалында «Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсы сиктәрендә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан «Йәгеҙ әле, егеттәр!» биләмә-ара конкурсы үтте.

Конкурста өс команда – Ҡоръятмаҫтан - «Башҡорт егеттәре», Алғанан – «Һалдаттар» һәм Ҡыҙрастан «Ҡыҙрастар» командалары ҡатнашты. «Башҡорт егеттәре» составында Айнур Фәйзуллин, Вадим Сәлимгәрәев, Алмаз Шәйәхмәтов, Әлфир Ниғәмәтуллин һәм Хәтифйән Солтанов, «Һалдаттар»ҙа Саный Фазылов, Рәфис Хәсәншин, Йәмил Сәлиховтар булды.
Конкурстың тәүге өлөшөндә улар командаларының исеме, девизы менән таныштырҙы, артабан «Рота, подъем!», «Иҙәндән күтәрелеү», «Хәрби викторина», «Саф йыры конкурсы», «Сираттан тыш наряд!», «Гер күтәреү» конкурстарында көс һынашты. Ярыштар араһындағы тәнәфестәрҙе музыкаль номерҙар биҙәне. Көйәрмәндәр конкурс барышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте, командаларҙы дәррәү алҡыштар менән дәртләндереп торҙо.
Конкурстар һуңында Рәмилә Фәйзуллина, Азамат Шәйәхмәтов һәм Рәүил Фәйзуллиндан торған жюри ярышҡа йомғаҡ яһағансы, һәүәҫкәр артистар тамашасыларға бай йөкмәткеле, сағыу концерт программаһы тәҡдим итте. Һөҙөмтәләр буйынса «Ҡыҙрастар» I урын яуланы, ә «Башҡорт егеттәре» һәм «Һалдаттар» II урынды бүлеште. Еңеүселәргә дипломдар, сертификаттар һәм Алға ауыл Советы тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: