+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Февраль 2020, 16:30

Фольклориада-2020

Бөтә донъя Фольклориадаһына – 20 йыл.

Халыҡ-ара фольклор фестивале һәр 4 йыл һайын уҙғарылып тора. Ул Голландия, Япония, Венгрия, Көньяҡ Корея һәм Мексика илдәрендә үтте. Алтынсы Фольклориада 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем Башҡортостанда була. Сараны Халыҡ-ара фольклор һәм традицион ижад фестивалдәре Советы (CIOFF) ойоштора. 70 майҙансыҡта, республиканың һәр ҡала һәм районында тип әйтерлек (республика шартлы рәүештә 9 фестиваль округына бүленгән), халыҡ йырҙары яңғырауы, милли музыка ҡоралдары концерттары, бейеү шоуҙары көтөлә.
Ҡатнашыусы илдәрҙән бөтәһе 50 делегация ҡатнашасаҡ.
Концерт сараларынан тыш, күргәҙмә-йәрминкәләр, традицион уйындар, парадтар үтәсәк. Һәр ил биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарын алып килә. Улар милли костюмдарын, биҙәүестәрен, музыка ҡоралдарын күрһәтә. Фестивалдең төп шарттарының береһе: майҙансыҡтарҙың асыҡ һауала, open.air форматында эшләүе мотлаҡ.
Фестивалдең программаһы
16-17 июль – ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, йәшәү урындарына
оҙатыу.
18 июль, 16.00 сәғ. – Фольклориаданы асыу тантанаһы («Өфө-Арена»
Боҙ һарайы).
19 июль, 16.30 сәғ. – VI Бөтә донъя Фольклориадаһында
ҡатнашыусыларҙың милли костюмдарҙа үтеүе.
«Фольклориада йөрәге» фестивален асыу
(«Торатау» Конгресс-холының амфитеатры).
20 июль – Фольклориадала ҡатнашыусыларҙы фестиваль
округтарына оҙатыу.
21-30 июль – Фестиваль программаһында йәштәр форумдары
(фестиваль сараға килеүсе CIOFF Yoth ағзалары менән) :
программа- * концерт программалары – парадтар (ил
һына вәкилдәренең милли костюмдарҙа байраҡтар һәм
ярашлы милли музыка коралдары тотоп үтеүе);
* милли костюмдар, музыка ҡоралдары һәм биҙәү-
ҡулланма-сәнғәт әйберҙәренән күргәҙмәләр һәм
йәрминкәләр (ҡатнашыусылар менән 2 оҫтаның да
килеүе ҡаралған);
* этно-көн, экскурсиялар һәм башҡа мәҙәни
Саралар. Фестиваль программаһына ярашлы сығыштарҙан буш кон планлаштырылған. Ул көндө ҡатнашыусыларға
республиканың тәбиғәт ҡомартҡыларының береһен
барып күреү, тәбиғәт һәм халыҡтың мәҙәниәте
менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге бирелә.
30 июль - Фольклориадала ҡатнашыусылар Өфөгә ҡайта.
31 июль - Ҡунаҡтар өсөн экскурсиялар, мәҙәни программа,
Фольклориаданы ябыу тантанаһы репецияһы.
1 август, 19.00 сәғ. – Фольклориаданы ябыу тантанаһы һәм парад
(«Торатау» Конгресс-холының Амфитеатры
майҙансығы).
2 август - Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусыларҙы оҙатыу.
Читайте нас: